Рухиәт
18 Февраль 2022, 12:37

Үҙемə

Алмира СИРАЖЕТДИНОВА, Зəк-Ишмəт ауылы. 

ҮҙемəҮҙемə
Үҙемə

Һарылма һағыштарға,
Ҡарама ялғыштарға.
Башың күтəр, ғорур атла,
Һылтанма яҙмыштарға.
"Уф Алла!" тиеп уфтанма,
Урау юлдан йөрөмə.
Бар ихтыярыңды тупла ла
Яман уйға бирелмə.
Өмөт усағың һүрелтмə,
Нисек итһəң ит, һаҡла.
Башҡаларға юл бирһəң дə
Үҙең юлыңдан атла.
Кеше кəңəшен тыңла ла,
Үҙеңдекен эшлəп ҡал.
Бəхетең бит үҙ ҡулыңда,
Икелəнмə, яулап ал! 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас