Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
25 Февраль 2022, 18:07

"Ҡот ҡойҙороп эсеүҙе ташланым"

"Яраларҙы һөйөү дауалар" тиһәләр ҙә, гел генә улай булмай шул. Сирләгән әҙәм балаһы табипҡа йүгерә йәки халыҡ дауалаусыларына.

"Ҡот ҡойҙороп эсеүҙе ташланым"
"Ҡот ҡойҙороп эсеүҙе ташланым"

Им-том, өшкөрөү, ҡот ҡойоу имләү,... тағы әллә күпме дауалау ысулдары бар. Тиҙҙән, яҙ аҙғында, республикала Халыҡ дауалаусылары йыйыны була. 

https://youshatir.ru/articles/rukhi-t/2022-02-22/v-bashkirii-provedut-festival-narodnyh-tseliteley-2703286 

Шунлыҡтан килеп тыуған һорауҙар былар.
Барыһы ла белә: кешеЮ аптыраған көндән (йә дарыуға, табипҡа аҡсаһы булмай, йә башҡа сәбәп табыла), халыҡ табиптарына йөрөй башлай. Хәтерләгеҙ, беҙ кемде генә күрмәнек: Кашпировский, Чумак, Хөсәйен табип.... Сихырға ла бара торған - кемдер эсеүен ташлай алмай, кемдер тартыуын.
Халыҡ дауаһы тигәнгә нимә керә, дин быларҙың барыһына ла нисек ҡарай?
Был турала тиҙҙән беҙҙең әңгәмә буласаҡ. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Айнур хәҙрәт менән. Уңарсы, һеҙҙең фекерҙе лә белергә ине - халыҡ дауалаусылары кемгә ярҙам иткәне бар һәм нисек? 

Автор: Дим Ильясов
Читайте нас