

Әлфиә ҡыҙым Дәүләтшина күренекле оҫталар Аслаева Сәрүәр, Миндиғәфүр Зәйнетдиновтар менән бер рәттән үҙенең ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙо. Был мәртәбәле сараға саҡырылыу Әлфиәнең быуындан килгән оҫталығына ҙур баһа булһа, бөгөн килеп икенсе ҡыҙым Рәсимә Ишморатова үҙенең эш урыны КүмАПП-та үткәргән ҙур бәйгелә 1-се урынға лайыҡ булды. Ул “Рәсәйҙең милли мираҫы” фотоконкурсында “Минең ғаиләм йолалары” номинацияһында еңеүсе тип табылды!
Бына шундай Әлфиә менән Рәсимә исемле оҫта башҡорт ҡыҙҙары үҫтерҙем үҙем, Аллаға шөкөр!
Фәрзәнә ӘБСӘЛӘМОВА, Яңы Таймаҫ ауылы