

Рәдиф, Илнур Әлибаевтар Илкәнәйҙә йәшәйҙәр, береһенә 27, икенсеһенә 33 йәш. Ошо ғүмерҙәренең һәр минутын улар донъя йөҙөн күрмәй үткәргән, әсә тауышын, ҡош һайрауын, халыҡ йырҙарын ишетмәгән. Күҙ күрмәүе, ҡолаҡ ишетмәүе егеттәр өсөн кәртә булмаған - улар ҡул оҫталары. Ниндәй оҫта әле! Йорттарында пластмастан, пластиктан, тағы әллә ниндәй материалдарҙан шундай тәтәйҙәр яһап ултыртҡандар - беҙ ундайҙы йылдар буйы яфаланып ултырһаҡ та эшләрҙәй түгелбеҙ. Быныһы Рөстәмдең тракторы (ауыл башлығы), быныһы Илнур Аҙнабаевтың машинаһы, бынауы Илкәнәй мәктәбе автобусы... Бына үҙҙәре йәшәгән йорттоң бәләкәй макеты...