Рухиәт
17 Март 2022, 05:45

Ғүмер - һынау

- Ниңə Аллаһы Тəғəлə ғазаптар бирə тигəн һорау тыуа?  

Ғүмер - һынауҒүмер - һынау
Ғүмер - һынау

- Ишеткəнегеҙ барҙыр, күп кешелəр ауырыуҙан һуң дингə килгə. Кеше бит ҡаты ауырығандан һуң, күп уйлана башлай, үлем хəлендə ята ла аҙаҡ дин юлына баҫа. Һынауҙар, ауырыуҙар, һуғыштар ул Аллаһы Тəғəлəнең аҡылы һəм һынауы. Нимəгə һуғыш, унда кешелəр һəлəк була, тиҙəр. Был бит тормош. Ғүмер - ул кеше өсөн һынау, ə беҙ бит мəңгелек өсөн тырышабыҙ.
- Гонаһ та ҡылып өлгөрмəгəн ике-өс айлыҡ бала үлə икəн, ул ата-əсəй өсөн ғазаплау ҡоралы булып сығамы?
- Бер нимə лə аңлап өлгəрмəгəн сабый ожмахҡа элəгə, ə уның үлеме ата-əсəлəр өсөн оло һынау.
- Сихырсыларҙың, башҡаларҙың əйткəнен тыңлаһаң, ҡылған изгелектəрең дə, гонаһтарың да дүрт быуынға етə тиҙəр. Əгəр ҙə олатай кеше гонаһ ҡылған да, яза алмай, баҡыйлыҡҡа күскəн икəн, уның гонаһтары балаларына төшəме? Быға дин нисек ҡарай?
- Был тик сихырсыларҙың аңлатмаһы. Диндə һəр бер кеше тик үҙе өсөн яуаплы. Ҡиəмəт көнөндə һəр береһе үҙенең ҡылғандарына үҙе яуап бирəсəк.
- Минең ҡартатайымдың, олатайымдың, атайымдың гонаһы миңə теймəй килеп сығамы?
- Юҡ, əлбиттə, һəр кем үҙе яуап тотасаҡ. Барыһының да үҙ тəҡдире бар. Унда кешенең ҡасан тыуыуы һəм ҡасан теге донъяға күсеүе хаҡында алдан яҙылып ҡуя. Диндə булған кеше генə өйҙəн сыҡҡанда кире əйлəнеп ҡайтмай ҡуйыуын аңлай һəм быға тыныс ҡарай. Əгəр үлер сəғəте һуҡҡан икəн, бер нимə лə ярҙам итмəй. Францияла Аллаһы Тəғəлəгə ҡаршы карикатуралар яҙып йөрөгəн берəү яңыраҡ һаҡсылары менəн машинаһында янып үлде. Көнөң килһə һаҡсылар ҙа, бронялы машинаның да файҙаһы теймəй, барыһы ла Аллаһы Тəғəлə ҡулында.

- Ә улайһа, ниңә вакцина һалайыҡ тип тәҡәтте ҡоротабыҙ һуң?  
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов менән әңгәмә тулы килеш үткән йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас