Рухиәт
21 Март 2022, 11:12

Йәшәү – үҙе бәхет бит ул

Сулпан МИҢЛЕБАЕВА, Яңы Мораптал ауылы.

Йәшәү – үҙе бәхет бит улЙәшәү – үҙе бәхет бит ул
Йәшәү – үҙе бәхет бит ул

Йәшәү – үҙе бәхет бит ул...
Кеше һәр саҡ бәхетле ул - шуны белмәй.
Ғүмер баҡый әллә ҡайҙан бәхет эҙләй.
Бәхет эҙләп, илдәр гиҙә, күктәр иңләй,
Тик бәхеттең ни икәнен аныҡ белмәй.
Аңлағанға - һәр атҡан таң йыуаныстыр,
Һәр бер күргән әйбер үҙе ҡыуаныстыр.
Йәшәү - үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!
Уның өсөн кәрәк түгел таж һәм тәхет.
Нимәгәлер өлгәшеүҙә түгел бәхет,
Уның өсөн кәрәкмәй ҙә дан һәм шөһрәт.
Ташламаһын һәр әҙәмде тик һаулығы,
Һаулыҡ булһа килер уға көс һәм ҡөҙрәт.
Йәшәү үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!
Ошо хаҡта аңлау фарыз. Тик шул ғына!
Яҙғандарым - бәхет эҙләп йонсоғанға
Бәхеткә юл табыр бер ым, ысул ғына.

ҺАНДУҒАС
(Шағир Фәнил Бүләковҡа)
Йыр-моң аулар батшалыҡта
Бар ҡоштарҙың төрлөһө.
Саф күңелле, хислеләре,
Хатта бар мәкерлеһе.
Бар ҡоштарҙың бер туҡтауһыҙ
Зарланып, сеңләүсеһе.
«Мин иң яҡшы һайраусы!” – тип,
Дан менән сирләүсеһе.
«Бөркөттәре» күкте иңләй,
«Турғай» оса аҫтараҡ.
Кеменәлер өй алдына
Эленгәндер тағараҡ.
…Яҡтырҙы күңел офоғом
Шиғырыңды уҡығас.
Ошо ҡоштар араһында
Һин икәнһең Һандуғас.
Кешеләрҙең күңелдәрен
Имләр өсөн тыуғанһың.
Күк-Ғаләмдән һайлап илде,
Ер шарына ҡунғанһың.
Ошо Ерҙең гүзәллеген
Йырҙарыңда данлайһың.
Һәр кемдең дә күңел хисен,
Йөрәк хисен аңлайһың.
Күңелгенәң моңдан һәм дә
Яралған яҡтылыҡтан.
Әҙәм йәне майҙай ирей
Һин ҡылған яҡшылыҡтан.
Һин-батшаһы моң иленең,
Йыр иленең солтаны.
Йыр менән имләү һәләтең-
Хаҡ Тәғәлә ҡушҡаны.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас