Рухиәт
24 Март 2022, 06:58

Ҡала ғорурлығы

Башҡортостанда башҡа бындай музей юҡ. Тик Күмертауҙа ғына, ҡала прокуратураһы музейы.

Ҡала ғорурлығыҠала ғорурлығы
Ҡала ғорурлығы

Ул яңыраҡ ҡына асылғайны, йыл башында, ә музей менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ. Әле генә музейға Күмертау ветерандары кереп сыҡҡан. Экспонаттар бай ғына, прокурор кейеме кейгән ике манекен тора хатта, хәс тере кешеләр кеүек, ти. Гармун да бар, элекке прокурорҙар, эштән арынып, ял иткән мәлдәренә гармун тартып та ултырғандыр, бәлки, кем белә.
Закир Аҡбәров менән Ринат Низаметдинов абзыйҙар инеп сыҡты редакцияға, улар бәйән итте музейға булған сәфәр хаҡында. Әйткәндәй, Р. Низаметдинов булышлығы менән прокуратура ҡаршыһында автомобиль дә постаментҡа менеп ултырғайны (ВАЗ, "копейка"), шулай уҡ Күмертау полицияһы ишеге алдына милиция Москвичына ла һәйкәл пайҙә булды. Бына пожарка менән генә бәлә, унда ла берәй тарихи машина ултыртҡанда шәп булыр ине, әлегә килешле машинаны табып булмай, тип янып йөрөй абзыйыбыҙ. 

Булыр, мәле еткәс. Ә әлегә бары менән хушһынабыҙ - прокуратура музейы- Күмертауҙың ысын мәғәнәһендә, ғорурлығы ла ул.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас