Рухиәт
20 Апрель 2022, 09:06

Бер илдә йәшәйбеҙ

Барыһы бер юлы, бөтәһе лә данлыҡлы кешеләр - Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы бындайҙы күргәне булдымы икән?

Бер илдә йәшәйбеҙБер илдә йәшәйбеҙ
Бер илдә йәшәйбеҙ
Халыҡ артисы, виртуоз ҡумыҙсы,Миндеғәфүр Зәйнетдинов, хореограф Азамат Кәримов, ҡурайсы Вәкил Баймурзин, йырсы Зәлиә Хөббөтдинова.... Сәнғәт серҙәрен балаларға еткерәйек тип, башҡаланан килеп төшкәндәр. Бер юлы беҙгә лә өндәштеләр. Саҡырып, көтөп торғанда нисек бармайһың, киттек.  
Аллабирҙе мәктәбендә 43 бала уҡый. Ауылда халыҡ аҙая, тип уфтаныштылар, тик бирешергә уйлаған юҡ. Ырымбурҙағы атаҡлы мәктәп бит ул, милли мәктәп. Ана бит, стеналарына тиклем милли колоритта биҙәп ҡуйғандар. 
- Ауылда барыһы ла бар, мәктәп, балалар баҡсаһы, ФАП, клуб... - мәғариф ветераны Сания Кузбаева шулай ти. Хәҙер бында, мәктәптә, яңы директор шулай уҡ Сания (урталарына тороп фотоға төштөк). Бикинеева. Өфөнән килгән апай-абзыйҙары һәр береһенә бейеү, йыр, ҡурай, ҡумыҙ дәрестәре үткәрҙе. Аҙаҡ клубҡа баралар. 
- Беҙ бында көнө буйы булабыҙ, - тине артистар, - ауыл матур, кешеләре һәйбәт, ҡайтҡы килмәй.
Беҙ, барыбер, бер илдә йәшәйбеҙ бит - ошолай булды фекер, Башҡортостанда ни, Ырымбурҙа ни - тамырҙар бер, тел бер, рух бер. 
Баянан бирле тел осонда торған һорауҙы тәки бирҙек.
- Ҡарағыҙ әле, ниңә һеҙҙәге юлдар тип-тигеҙ, һәйбәт ул?
- Әйтмә лә инде, - Сания апай телгә килә, - теге көн Ермолаево менән Күмертау аша үттек. Ҡот осҡос юлдарығыҙ.
- Төйлөгән районында хет бер ауыл бармы юлдары алама булған? Балангурҙа нисек?
Сания апай уйға ҡала. 
- Әлләсе, беҙҙә алама юлдар юҡ ул. 
Бер илдә йәшәйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы. Хәйерле юл һеҙгә, балалар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас