Рухиәт
21 Апреля 2022, 10:31

Музей юлы таҡыр булһын

Мин йыш ҡына Күмертау тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына йөрөйөм. 

Музей юлы таҡыр булһынМузей юлы таҡыр булһын
Музей юлы таҡыр булһын

Музей директоры Лариса Викторовна Коченоваға, тексты башҡорт телендә яҙырға әҙерләгән методист Зифа Фәрит ҡыҙы Татлыбаеваға, экскуросовод, рус телендә текст әҙерләгән Наталья Викторовна Колобковаға, диктор Зилә Салауат ҡыҙы Әбхәлимоваға, тексты рус телендә төҙөргә ярҙам иткән Рәйлә Лотфулла ҡыҙы Әхмәтйәноваға һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә экскурсия ҡылыусылар исеменән рәхмәт белдерәм. Музейҙағы таҙалыҡ үҙенә йәлеп итеп тора. Һәр стендты иғтибар менән ҡарап сыҡтым. Районыбыҙҙың ауылдарында ла, ҡалала ла үҙ эшен яратҡан кешеләр йәшәй. Тик эше генә булһын. Ҡалала бик ҙур "Башкируголь" берекмәһе һәм заманында гөрләп торған ике завод та бар ине (КуВ3 һуңынан КүмАПП, "Искра"). Миңә ошо заводтарҙа ОТК өлкәһендә эшләргә насип булды. "Искра" заводында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым.
Районыбыҙ үҙ иленә тоғро булған ир-егеттәр үҫтергән. 6 яугир Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ булғандар. Бында барыһының да фото-рәсемдәре бар. Хәҙер барыһы ла мәрхүмдәр, улараҙың йәндәре йәннәттә, ауыр тупраҡтары еңел, имандары юлдаш булһын. Илебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа, тыныс йоҡлаһындар.

Рәйсә ИСКӘНДӘРОВА, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы килеш үткән йома һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас