Рухиәт
26 Апрель 2022, 10:46

Һушты алды

Яҙыусы, ҡурайсы, фольклорсы, журналист.... Уның һөнәрҙәрен тиҙ генә һанап та бөтөрөрлөк түгел.

Һушты алдыҺушты алды
Һушты алды

Рәйлә Сабитова, Ғафури районы, Сәйетбаба ҡыҙы. Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, әллә күпме премиялар лауреаты бөгөн Күмертауҙа ҡунаҡта. "Һауалағы торна артынан" исемле китабының исем туйын үткәрергә тип килгән. Билдәле, бындай мөһим сара булғас, ҡалала булған барлыҡ милли интеллигенция Күмертауҙың өсөнсө китапханаһына килеп тулды.

Ҡотлауҙар, тәбрик һүҙҙәре, хатта бүләк биреүҙәр... Барыһы ла булды. 
Беҙ фәҡирҙәргә лә һүҙ бирҙеләр. 
- Рәйлә, тәүҙәрәк интернет аша ғына фотоларығыҙҙы бағып ултырҙыҡ - беҙгә кем килә ята икән. Әле бына үҙегеҙҙе "тереләй" күргәс,  һуш китте, булыр-булыр, был тиклем сибәр булмаҫ ҡатын. Китап яҙаһығыҙмы, фольклор материалдары йыяһығыҙмы - нимә эшләһәгеҙ ҙә, һеҙгә ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ, артабан да, барыһының да һушын килтереп, халыҡ ҡыҙы булып оҙон йылдар йәшәргә булһын. (Рәйлә ханым өс бала әсәһе, ир ҡатыны). 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас