Ҡалығыҙ, бында артабан ҡыҙыҡ була, аш һалабыҙ, мунса яғабыҙ тип күҙҙе ҡыҙҙырһалар ҙа, булманы, китергә тура килде.
Ә Башҡортостандың Халыҡ артисы Миндеғәфүр Зәйнетдинов ҡалды, бөтөн Өфөнән килгәндәр ҡалды, Аллабирҙе халҡын йырлатып-бейетеп, күңелдәрен бушатып, һуңынан ғына ҡайтып киткәндәр. Танһыҡҡа бик шәп булып ҡалды тип сәләмдәрен күндерә аллабирҙеләр, Башҡортостан артистары килеүе ауыл тарихында яҙып ҡалдырырлыҡ ваҡиға булды.
Шулай, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшөп, аралашып йәшәргә булһын, беҙ бит барыбыҙҙа ҙа бер тамырҙан.