

Сургуттан ҡайтып етеүем булды, Усолкаға Ғафури театрының 50 йәшлек юбилейына барып ҡатнашып ҡайтылды. Унан тағы юлға))) 25 апрель Көйөргәҙе районының Мәмбәтҡол тигән ауылына барып юлыҡтым ( ошо юлдарҙа йөрөткән Әлфиә әхирәткә, Рәйсә апай менән Фәрит ағайға күп рәхмәттәр яуһын). Был ауылда Миңнияр Хәйбуллин тигән елле ағай йәшәй икән! Һөйләп тә, аңлатып та бөтөп булырлыҡ түгел уның шәхси музейын! Ысын күңелдән көнләштем көмөш!!!! өҙәңгеләренә, еҙ батмустар һәм ҡомғандар коллекцияһына, ҡылыс һәм башҡа һалҡын ҡоралдар коллекцияһына, әйләнеп сыҡҡыһыҙ бай, шаҡ ҡатырғыс экспонаттарына!
26 апрель иһә тағы бер музей- 3 һанлы БРГИ музейын ҡарарға насип булды. Был мәктәп музейы ҡайһы бер район музейҙарынан байыраҡ та инде. Унан Күмертау ҡалаһының 3 китапханаһында китап уҡыусылар менән осрашыу булды. Уны Кумертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Заманса ҙур,яҡты конференц-залда ике сәғәт оялып ултырҙым))) Был тиклем иғтибар үҙәгендә ултырған юҡ ине. Үәт мин "везунчик", тормош юлымда гел әйбәт кешеләр генә осрап тора))) Кумертауҙан тура Стәрлебашҡа юлландым. Унда Юрматы ырыуы ҡор йыйҙы. Ойоштороу, биҙәү, кимәл буйынса үҙемә кәрәген билдәләп ултырҙым. Ҡайтып төшөү менән сәхнәгә булды инде, Асанай халыҡ фольклор ансамбленең сольный концертында ҡатнашмай булмай...Бер постҡа һыйырлыҡ түгел кисергәндәр-күргәндәр, киләсәктә берәй нәмә тыуыуға мая булып ятһындар әле...
Рәйлә Сабитова, яҙыусы