Рухиәт
3 Мая 2022, 13:35

Йолаларҙы тергеҙеп...

"Ҡарға бутҡаһы" - башҡорт халҡының борондан килгән йолаһы.

Йолаларҙы тергеҙеп...Йолаларҙы тергеҙеп...
Йолаларҙы тергеҙеп...
Ҡарҙар иреп, үләндәр йәшәрә башлау менән беҙ ҙә тәбиғәткә "Ҡарға бутҡаһы" байрамына сыҡтыҡ. Ниәттәребеҙ иң изгеләрҙән-изгҽ булды: теләктәр әйтеп, уйындар уйнап, бик күңелле ял иттек. Был байрамды ойоштороусы - китапханасыбыҙ Таңһылыу Шәйәхмәт ҡыҙы булды.
"Ҡарға бутҡаһы" үткәрҽүҙҽң төп маҡсаты булып халҡыбыҙҙың матур байрамы менән балаларҙы таныштырыу, йоланы киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыу ине. Ҡаҙанда тәмле бутҡа беште, йыйылыусылар ямғыр яуһын өсөн теләк теләне. "Ҡарға бутҡаһы" байрамына ғына хас булған йолалар башҡарылды. Балалар ата-бабаларыбыҙҙың милли байрамы, уның тарихы менән танышты, халыҡ мәҡәлдәре, уйындар, тәбиғәт, ҡоштар hәм яҙ тураһында йомаҡтар өйрәнде. Йырланыҡ та, бейенек тә, Яҙһылыу менән түңәрәктә әйләнеп, уйындар уйнаныҡ.
Балаларҙы халыҡ йолалары менән таныштырҙыҡ, байрам бутҡаһы бешерергә өйрәттек. Балалар, байрам тантанаһына сумып, төрлө төҫтәге ҡулъяулыҡтарҙы ағас ботаҡтарына бәйләне hәм барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе.
Тәбиғәттә булып, ял итҽү барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны! Байрамды үткәрҽүсҽ Таңһылыу апайыбыҙға ҙур рәхмәтҽбҽҙҙҽ ҽткҽрҽп, күтәрҽнкҽ күңҽл мҽнән өйҙәрҽбҽҙгә таралыштыҡ.

Һаумыһығыҙ, Юшатырҙар! Барығыҙҙы ла изгҽ байрамдар мҽнән ҡотлайым! Мәҡәлә ҽбәрҽүсҽ Гөлшат апайығыҙ Яматова, Яҡут ауылы.
Йолаларҙы тергеҙеп...
Йолаларҙы тергеҙеп...
Автор:
Читайте нас