Рухиәт
6 Май 2022, 05:27

Ауылдың иң шәп ғаиләһе

Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбендә  Аллабирҙе ауылының иң шәп ғаиләһе исемле ғаиләләр бәйгеһе үтте.

Ауылдың иң шәп ғаиләһеАуылдың иң шәп ғаиләһе
Ауылдың иң шәп ғаиләһе

Биш   ғаилә ҡатнашырға теләк белдерҙе, Азат һәм  Әнисә Төркмәновтар,Рәфҡәт һәм Светлана Сыңғозовтар  ғаиләләре онлайн форматта ҡатнашты.

Бәйгене алып барыусы 8-се класс уҡыусылары Диана Бикәнәева һәм Илзидә Ҡаҙбәкова класс етәкселәре Наилә Нәзир ҡыҙы Күҙбаева менән бәйгене асып ебәргәндән һуң жюри ағзалары менән таныштырыуҙы мәктәп етәксеһе Сания Бикәнәеваға тапшырҙылар. Баһалама ағзалары бөгөн хаҡлы ялдағы  уҡытыусы - ветеран Гөләйшә Әсҡәт ҡыҙы Әлибаева менән ғүмерен мәктәпкәсә балалар менән эшкә бағышлаған ветеран тәрбиәсе Нәфисә Юнир ҡыҙы Суюндикова, ауыл Мәҙәниәт Йорто етәксеһе Вәсилә Мазһар ҡыҙы Мөхәмәтшина һәм ауыл старостаһы Байрас Салауат улы Һөйөндөков.

Бәйге  ғаиләләр менән танышыуҙан башланды: «Таныш булығыҙ – был беҙҙең ғаилә!» бәйгеһен Фәниә Хисамова ҡыҙҙары Венера һәм Роксана менән асып ебәрҙе. Тамашасылар- мәктәп хеҙмәтҡәрҙәре һәм уҡыусылары ғаиләләр күрһәткән һәр презентацияны иғтибар менән ҡарап алҡышланы.

«Беҙҙең ғаиләбез ижади, һәләтле ғаилә» бәйгенең икенсе туры шулай исемдә үтте. Эйе, һәр ғаилә – һәләт, талант башы, ә мәктәп белем усағы ғына булып ҡалмай, балала булған һәләтте, талантты артабан үҫтереү, дауам иттереү  оҫтаханаһы. Икенсе класс уҡыусыһы Алһыуҙың йырға маһирлығын аллабирҙеләр күптән белә. Бәйгелә лә йыры менән ғаиләһен танытты. Наилә һәм Вадим Кузбаевтарҙың оло ҡыҙы Азалия йырын ата-әсәһенә бағышланы, балалар баҡсаһына йөрөүсе Камиллалары  Рәми Ғариповтың шиғырын һөйләне. Уҡытыусы Фәниә Фәүжәт ҡыҙының Венера һәм Роксана менән башҡарған йырын тамашасы йылы ҡаршыланы. Беҙҙең Аллабирҙелә йырға, моңға ғашиҡтар бик күп.

Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп ти халыҡ мәҡәле. Мәктәп етәксеһе Сания Рафаил ҡыҙының ғаилә, ғаиләләге мөнәсәбәттәр хаҡындағы  һорауҙарына бәйгеселәр дәррәү яуап бирҙеләр. Тамашасыларҙы ла һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.

Атайым да ашнаҡсы,

Әсәйем дә ашнаҡсы,

Ә беҙ тәмләп ашаусы...

тиһәләр ҙә ғаиләләр бәйгеһенең баһалама ағҙалары  ғаләләрҙә балаларҙың да аш-һыуға оҫталығын, дәртен күрҙе.  Хисамовтарҙың уртансы ҡыҙы Венераның, Төркмәновтарҙың Алһыу ҡыҙҙарының тәмлекәстәр бешереү юлын иғтибар менән тыңланы. Кузбаевтар ғаиләһе ваҡ бәлеш оҫтаһы икәнлеген күрһәтте.

Баһалама ағзалары мәктәп уҡытыусыларына матур, фәһемле сара ойошторғандарына һәм бәйгелә ҡатнашҡан ғаиләләргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, сәләмәтлек һәм уңыштар теләне. Бәйгелә ҡатнашҡан биш ғаилә лә еңеүселәр икәнлеге хаҡында, татыу ғаилә – ауылдың даны, күркәмлеге, байлығы булыуын әйттеләр.

«Иң тәмле аш-һыу бешереү буйынса күрһәтмә» номинацияһында Әлиә һәм Рәсүл Төркмәновтар ғаиләһе, «Фекер һәм аңға бай» - Фәниә һәм Илдар Хисамовтар, «Милли йолаларҙы һаҡлаусы» ике ғаилә Наилә һәм Вадим Күҙбаевтар менән Светлана һәм Рәфҡәт Сыңғозовтар һәм «Ижади ғаилә»лә Әнисә һәм Азат Төркмәновтар еңеүсе тип танылды.

Иң матур татыу ғаилә - Аллабирҙемдә,

Иң уңған ғаилә минең ауылымда,

Иң әҙәпле балалар минең мәктәбемдә,

Сәскә атһын ғаиләләр илемдә, ауылымда!

Сания Кузбаева, уҡытыусы-ветеран

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас