

Ябай йыйылыш ҡына түгел, бихисап ата-әсәгә Маҡтау ҡағыҙҙары, уҡытыусыларға миҙал бирҙеләр. Директорҙары Әнисә Түләгәнова ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, балалар концерт күрһәтте, БРГИ, РПЛИ директорҙары ла бында, улар үҙҙәренең уҡыу йорттарын үлтереп маҡтаны - беҙгә килегеҙ, балалар, үкенмәҫһегеҙ.
Аҙаҡ табын булды. Әнисә Сәғит ҡыҙы шулай тине: йоланы боҙмайыҡ, ултырып алайыҡ. Беренсе былай йыйылыш Фәнит Моратбаҡыевта булғайны (был турала яҙҙыҡ), унан осрашыуҙар сикләнде, әллә эшкә күмелдек тә оноттоҡ, әллә.... Һәйбәт булды кисәге осрашыу. Күптән күрешкән юҡ. Темаға сикләүҙәр юҡ, ниңә миңә миҙал бирмәйһегеҙҙән башлап, ниңә Күмертауҙа юлдарҙы рәтләмәйҙәргә тиклем. Беҙҙе лә маҡтап алдылар, БРГИ директоры Шайморат Азамат улы (ауыҙынан тартып алманыҡ): "Мин Юшатырҙы Баймаҡҡа ҡайтҡанда ла һөйләйем, шәп яҙаһығыҙ. Анау "Үлгән һыйырҙы" уҡып, ҡайтып еткәнсе көлдөм".
Рәхәт булып китте. Кисә, юғиһә, Өфөлә йөрөп, аҙыраҡ әрләнеп ҡайтылғайны, күңелде тырнап торған нимәлер юҡҡа сыҡты.
Фотоға төштөк. Прогимназияның бына был ере матур, әйҙә, шунда тороп төшәйек, ти береһе, икенсеһе ҡаршы килә - юҡ, бына был ере матурыраҡ. Ҡаршылашманыҡ, ҡайҙа алып баралар, шунда барҙыҡ. Ысынында, бында йәмһеҙ ер юҡ. Артабан да ошолай йәшәргә ине - эргә-тирәне йәмләп.