Рухиәт
31 Май 2022, 08:36

Тартылыу

Эльза Васильеваны ғүмерендә бер генә күргән кеше лә беҙгә алдарға ирек бирмәҫ, был ҡатын барыһын да үҙенә тартып тора. 

ТартылыуТартылыу
Тартылыу
Һабантуй булһынмы, башҡа байраммы, кешене әллә ҡайҙан күреп, үҙенә саҡыра, табына артына һөйрәкләй, саҡырмаған хәлдә лә, аяҡтарың һине уның яғына алып китә. Бер ҡасан бойоҡмаҫ, алсаҡ, кешегә яғымлы булғанына шулайҙыр.
Бөгөн дә шулай булды. Вера Фросинаны (райондың Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе), беҙҙе, өҙмәй ҙә ҡуймай, сәйгә әйҙәне. Керәүле силсәүите ҡутарынып тейәнгән дә килгән, ағинәйҙәре лә яндарында, матур булып, йөн иләп ултыра. Ҡоймаҡ, сәк-сәк ғәләмәттән ауыҙ итеп тә өлгөрмәнек, янға Виктор Гаврилов килде, Күмертау Водоканалының элекке директоры, ҡала депутаты ла булды. 
- Сыуаш сыуашҡа тартылыр инде, - шулай тип өндәшеү Гаврилов өсөн мәртәбә булып яңғыраны, ауыҙы йырылды. 
- Мин гел сыуашҡа тартылдым. 
Кем белмәй, Виктор Николаевич тамырҙарын бер ҡасан да онотмай, сыуашса, русса белеүе генә аҙ, башҡортса шулай тип ебәрә, артыңа йығыл да кит. 
Артабан да бер беребеҙгә ҡарата тартылыу көсө бөтмәһен ине. Унһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмай. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас