Рухиәт
30 Июнь 2022, 07:21

Хазинаға юлығыу

Һәр кемгә таныш хәл: йортта, ишек алдында нимәнелер соҡой-ҡутара башлаһаң, ниндәйҙер иҫке ҡомартҡыға юлығаһың. 

Хазинаға юлығыуХазинаға юлығыу
Хазинаға юлығыу
Бәләкәй саҡта уйнатҡан тәтәй, СССР, хатта Николай заманындағы тимер аҡсалар, ҡасандыр модала булып, хәҙер кәрәге ҡалмаған кейем-һалым... 
Ҡала мәсетен йыйыштырғандар. Уның ҡыйығын. Нимә генә тапмағандар унда. Боронғо Ҡөръән дә килеп сыҡҡан, мәсеттең иҫке мисәттәре, хатта араҡының буш шешәләре лә аунап ята икән. Аҡһаҡ Тимерҙең рәсеме лә табылған. Тимур ибн Тарағай Барлас (бөйөк әмирҙең тулы исеме шулай) рәсеме мал тиреһенә төшөрөлгән. Мәсет имам-хатибы Айнур хәҙрәткә был ҡомартҡыларҙың баһаһын, ҡәҙерен кем белә икәнен аңлатып тороу кәрәкмәй - БРГИ уҡытыусыһы Илдар Таипов. Илдар Хөрмәт улы мәсетте йыйыштырыусыларҙың бай хазинаға юлығыуы хаҡында шундай уҡ белеп-һиҙеп, килеп тә етте - музей өсөн ошонан да яҡшы бүләктең булыуы мөмкин түгел (һүҙ шешәләрҙән тыш ҡомартҡылар тураһында). 
БРГИ музейында булһағыҙ, ҡомартҡыларҙы күрерһегеҙ, унда башҡа хазиналар ҙа етерелек - тарихҡа сәйәхәт итергә теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас