Рухиәт
3 Июля 2022, 08:12

"Бында минең өләсәйем ултыра"

Был сараны ҙурлап "Салаватия" тип атанылар.

"Бында минең өләсәйем ултыра""Бында минең өләсәйем ултыра"
"Бында минең өләсәйем ултыра"
Әҙерлек бик оҙаҡ барҙы, етди сара бит, арлы-бирле итеп кенә булмай.
Ике көн элек әллә нисәмә атаҡлы рәссамдар Күмертауға килеп төштө - БРГИға, уларҙы тотайыҡ тип, БРГИ буйлап тегеләй-былай саптыҡ, ҡайҙа, сығып та киткәндәр икән, өлгөрмәнек. 
Райондың төрлө ауылдары буйлап йөрөнө рәссамдар, татар, сыуаш, башҡорт мәҙәниәте менән танышты. Бына бөгөн сараның иң ҡыҙыу мәле етте - Шотт паркында бара әле ул. Рәссамдар беҙҙең кешеләрҙе мәңгеләштерә, бына Йәмилә ултыра, бына Динис, Диана... Хәтәр инде, йылдар үтер, быуаттар уҙыр һәм бер саҡ, был рәсемдәр килеп сыҡһа, музейҙарҙа торһа, ейәндәр әйтер: бына бында минең өләсәйем-олатайым ултыра. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас