

Әсәле-ҡыҙлылар - Фәрзәнә апай менән Әлфиә. Сиккән, теккән ҡул эштәре менән донъяны әйләнеп сыҡҡан кешеләр.
- Юлай миңә миҙал бирергә кәрәк тине, - Фәрзәнә апай шулай ти. Ниндәй Юлай, телгә алып һөйләрлек юлайҙар бында бер нисә.
- Ишмөхәмәтов.
- Дөрөҫ әйткән. Ниңә һаман бирмәйҙәрҙер - баш етмәй.
Фәрзәнә Әбсәләмова менән Әлфиә Дәүләтшина, тынғыһыҙ кешеләр булараҡ, тиҙҙән Әбйәлилгә лә барырға торалар. Унда халыҡ дауалаусылары йыйыны була. Был сара бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
- Ҡарағыҙ әле, Әбйәлилгә тиклем ара йыраҡ, барып етеп булмаҫ, унда тәмәке тартыуҙы ташлата торған берәү бар тип тә әйтәләр, бәлки, ситтән килгән оҫта ла кемдер булыр. Халыҡ дауалаусылары күп була бит инде унда. Минең фотоны булһа ла алып китмәйһегеҙме? Фотоға ҡарап та тәмәкене ташлатырҙар ине, ә?