Рухиәт
13 Июль 2022, 12:09

Ахматова эҙҙәре буйлап

Эрмитаж, Исаакий соборы, Петропавловск ҡәлғәһе, Васильевск утрауы, Мариинка театры, Кунсткамера, Нева проспекты.. 

Ахматова эҙҙәре буйлапАхматова эҙҙәре буйлап
Ахматова эҙҙәре буйлап

Күбебеҙ китаптарҙан ғына уҡыр, телевизорҙан ғына һоҡланып ҡарар донъя мөғжизәләре ул.
Санкт-Петербург. Һоҡланғыс ҡала. Эх, бер барып, Достоевский рухын тойғанда? Урамдары буйлап китеп барғанда, ҡаршыңа осраған һәр береһе таныш һымаҡ булып китер, туҡтәле, быныһы Михаил Боярский түгелме ул? Эшләпәһе хәс уныҡы һымаҡ. Бынау йырлап торғаны... Шевчук инде әллә? Юҡтыр, уға йырларға ярамай хәҙер. Анау Иван Ургантҡа тартым. Ә, юҡ, ул сит илгә сығып китте бит әле.
Илмир менән Лена Ғәббәсовтар әле ошо ҡалала. Бродский, Ахматова эҙҙәре буйлап, үҙҙәренең дә эҙен ҡалдырып йөрөйҙәр. 

- Бында китап магазиндары ныҡ күп, - ти Ғәббәсовтар, - гәзит-журналдарҙы ла күпләп һатып алалар. Халыҡ күп уҡый. 

Уфтандыҡ, көрһөндөк. Бәлки, беҙ ҙә берәй ҡасан Питер һымаҡ йәшәй башларбыҙ. 

Ялдарығыҙ күңелле булһын, дуҫтар, бай тәьҫораттарға тулышып, дәртте арттырып ҡайтығыҙ. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас