

Бында кешене кеше итә беләләр. Ихластар. Бына бөгөн дә, әллә ҡайҙан күреп-танып һыуәйҙәләп ҡаршы алдылар - бәндәгә күп кәрәкмәй, ҡай мәл "Хәлдәр нисек?" тип кенә өндәшеү ҙә етә, кемдер мине ҡайғырта икән тигән уй ҙа күңелде күтәрә, дәрт өҫтәй
Дамир Байгилдин беҙҙә - техосмотр (эре ауыл хужалығын етәкләгән кеше өсөн ҙур ваҡиға), кереп, күреп китегеҙ, тине. Керҙек. Йәнһеҙ тимер ҡарарға тип барған беҙ бөтөнләй башҡаны күрҙек - ихлас, дәртле кешеләрҙе. Ауыл башлығы Асҡар Исәт улы инде, 18 йәшлек егеттәрҙе уҙҙырған, ҡайҙан килә кешегә бындай дәрт - иҫ-аҡыл етмәй, етешмәгән ере юҡ, ваҡ ҡына нәмә лә иғтибарынан төшөп ҡалмай. Кешегә булған иғтибары, бигерәк тә, күҙгә ташлана.
Яңы Морапталда "Дуҫлыҡ ҡойоһон" асҡанда, әллә ҡайҙан әллә кемде күреп, алыҫтан уҡ сәләмәләп, ҡосаҡлап алып торҙо. Быныһы бабай, быныһы абзый, бажа, апай, инәй....
- Фирҙәүес апай, һаумы, - уҡытыусыһын, бәлки, көн дә күрәлер, әле айҙар буйы осратмағанмы ни, ҡосағына ҡыҫты, - яратҡан уҡытыусым бит ул, - тине.
Ябайлыҡ, эскерһеҙлек. Тап ошондай холоҡло булыуыбыҙ беҙҙе Кеше итәлер ҙә. Рәхмәт, морапталдар. Ихласлыҡ өсөн.