Рухиәт
25 Июля 2022, 04:20

"Мин барыбер күккә ашам"

 Хәлиҙә СОЛТАНҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы. 

"Мин барыбер күккә ашам""Мин барыбер күккә ашам"
"Мин барыбер күккә ашам"

Сал ҡылғандар елберҙәшә –

Әллә әсәм сәстәре;

Ҡулдарымдан йомшаҡ һыйпай –

Әллә  атам хистәре.

Ҡылғандарҙың сәсен тарай

Наҙлы дала елдәре.

Һәр кемгә лә ғәзиздер ул

Тыуып үҫкән илдәре.

Алтын-көмөштән ҡәҙерле

Тыуған ер ҡылғандары.

Тик халҡы, иле өсөндөр

Кешенең ҡылғандары,

Изгелек ҡылғандары.

 

***Был донъяла бөтә нәмә таҙа,

Бысраҡ тик кеше уйҙары.

Эскерһеҙлек менән фекерләһәң,

Ғүмер итеүҙәре – туй бары.

Барыһы ла сафлыҡ ҡына бөркә,

Нурҙан тора бөтә тирә-яҡ.

Тәү күргәндәй, мөғжизәләй итеп,

Ғәжәпләнеп, әҙәм, әйҙә, баҡ!

Ҡәлбәләргә шул саҡ аҡ нур тулып,

Иркен итеп алырһың бер тын.

Шығырлатып тештәреңде ҡыҫып,

Сәйнәп йөрөмәҫһең гел уртың.

Күрсәле, күк йөҙө зәп-зәңгәрҙән,

Ҡояш тора көлөп уртала.

Сикһеҙ ғәләм беҙгә дуҫ икән дә,

Фәрештәләр йөрөй ҡурсалап.

Быларҙы бит Хоҙай бүләк иткән,

Һиңә, миңә – һәммҽбеҙгә лә.

Хурламайыҡ бер кем, бер нәмәне –

Шөкөр фарыз әммә беҙгә лә.

 

ТОРМОШ                       

Ут булып күккә аштым да

Боҙборсаҡ булып яуҙым,

Ҡояшҡа етә яҙҙым да

Батҡаҡҡа батып ауҙым.

Был нимә?

Был — тормош үҙе,

Был — йәшәйештең сере,

Тамуғы менҽн йәннәте,

Ғазабы вә рәхәте.

Был бит минең мөхәббәтем –

Ерҙәге әхирәтем:

Йә үлтерҙе, йә терелтте,

Кәкре ҡайынға терәтте;

Хәҙер бөттөмө рәтем?..

Юҡ!

Мин барыбер күккә ашам,

Төп йортҡа яҡынаям.

Фәрештәләр оҙаталар,

Ҡаршылай ҡояш, айым.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас