

Башланғыс кластарҙа беҙгә ручкә-ҡәләм тоторға, хәрефтәр танырға өйрәткән беренсе уҡытыусыларыбыҙ Мөкәрәмә Миннихан ҡыҙы Йосопова, Асия Ғәбибдрахман ҡыҙы Манғотоваларға беҙ рәхмәтлебеҙ. Ҡыҙғанысҡа күрә 5-се, 6-сы кластарҙа уҡытҡан Нәйлә Сәғитйән ҡыҙы Кинйәбаева бер нисә йыл элек вафат булды. Уны яҡты хәтирәләр менән иҫкә алдыҡ. 7-селә беҙҙең класс етәксебеҙ Рәзилә Ғиниәт ҡыҙы Исмәғилова булды. Төплө белем биргән Яҡшымбәт мәктәбе коллективы уҡытыусыларына беҙ әле лә ҙур рәхмәтле.
Донъя мәшәҡәттәрен ҡалдырып, осрашыуға килгән барлыҡ класташтарыма ла рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.
Фаягөл ҒӘҘЕЛШИНА, Күмертау ҡалаһы
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.