Все новости
Рухиәт
29 Июля 2022, 14:11

Баймаҡтар әбйәлилдәрҙе еңде!

Баймаҡтар әбйәлилдәрҙе 5:0 иҫәбе менән еңде! Әле ҡаҙаҡтар һәм ҡырғыҙҙар көс һынаша.  

Йәмәғәт, <Башҡорт аты> фестивале башланғанын хәбәр иткәйнем бит инде) Ылаҡ уйынына беренсе булып ярышҡа сыҡҡан баймаҡтар һәм әбйәлилдәр араһындағы уйын 5:0 иҫәбе менән тамамланды! Баймаҡтар еңеү яуланы! Афарин! Баймаҡтар командаһынан Фидан Ниәтшин ҡатмарлыраҡ уйын алда әле тип белдерҙе һәм әбйәлилдәргә уйын өсөн рәхмәтен белдерҙе. Был хаҡта минең әңгәмә беҙҙең <Һаҡмар> төркөмөндә Бәйләнештә.

Әбйәлилдәр ҙә бар таһыллығын һалып ярышты. Маладис, егеттәр! Киләсәктә һеҙ ҙә мотлаҡ еңеү яуларығыҙға ышанабыҙ. 

Әле майҙанда ҡырғыҙҙар менән ҡаҙаҡтар көрәгә. Кем еңер, дуҫтар? Нисек уйлайһығыҙ?  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: