Все новости
Рухиәт
1 Сентября 2022, 14:58

Донъяғыҙ теүәл булһын

Уларҙы бик йыш осратырға була.  

Донъяғыҙ теүәл булһын
Донъяғыҙ теүәл булһын
Инде, эшләнәһен эшләп, байтаҡ маҡсаттарға ирешелеп бөтөлгән тиген кеүек, тыныс ҡына өйҙә тик ултыр - юҡ, был апайҙарҙы улай ултыртырмын тимә. Яманһарылар. Динә Ғәҙеләева, Ләлә Батыршина. 
Районда булған мәҙәни сараларҙа ғына түгел, республика кимәленә сыҡҡан апайҙар улар. Ҡулға ла оҫталар, телгә лә аптырап тормайҙар. 
- Әл дә Гүзәлиә Халиҡова бар. Ул беҙҙе эткеләй, - апайҙар шулай ти, үҙҙәре "этелеүҙәренә" шат, -  әле бөтәбеҙ ҙә юҡ әле бында, Яманһарыла һөнәрһеҙ кеше йәшәмәй. Бахмутта оҫталар күргәҙмәһе була тинеләр ҙә, һеҙ булмаһағыҙ, байрам теүәл булмай тинеләр.
Афарин, апайҙар. Барыһын ла теүәлләп йөрөгәнегеҙ өсөн. Үҙегеҙҙең донъяғыҙ ҙа гел теүәл генә булып торһон. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: