Все новости
Рухиәт
9 Сентября 2022, 12:27

Матурлыҡтан күңел шатланды

Кемдәр кемдәр, барлыҡ уҡыу йорттары араһында, үҙенең юғары ҡаҙаныштары менән айырылып торған 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты, был матур саранан ситтә тороп ҡала буламы һуң? 

Матурлыҡтан күңел шатланды
Матурлыҡтан күңел шатланды

Уларҙа ла Милли кейем көнөнә арналған эстәлекле сралар үтә бөгөн.
- Ошондай матур көн сиктәрендә беҙҙең гимназияла, дәрестәрҙе милли кейемдә үткәреү, милли кейемгә арналған кластан тыш саралар ойоштороу, милли кейемдәр флешмобы, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған. Был матур көн тураһында, балаларға алдан әйтелде, улар бөгөн һәммәһе лә шул тиклем матур итеп кейенешеп, милли һыҙатты сағылдырған биҙәүестәр, түшелдеректәр тағып килгәндәр. Ошондай матурлыҡты куреп күңел шатланды, - ти гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Филүзә Харрасова.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: