Все новости
Рухиәт
9 Сентября 2022, 11:34

Ғорурланып киләләр

Гөлнара Дәүләтова, М.Исҡужин исемендәге прогимназияһының 3 "А" класы етәксеһе: 

Ғорурланып киләләр
Ғорурланып киләләр

- 3 -се "А" класы ҡыҙҙары, был матур түшелдеректәрҙе хеҙмәт дәресендә үҙ ҡулдары менән тектеләр. Улар 2-се класты тамамлағанда был уй килде һәм тегеп тә ҡуйҙыҡ. Түшелдерек тегеү өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе магазиндан сығып алдым да, хеҙмәт дәресендә выкройка яһап, шуға төрлө пайеткалар, селтәр тегеп эшләп тә ҡуйҙыҡ. Башҡорт милли кейеменеең элементы - түшелдерек, еңел генә тегелмәй, бер нисә көн дәрестәрҙән һуң ҡалып эшләргә тура килде, әсәйҙәр ҙә өйҙә ярҙам иттеләр. Беҙҙең ҡарашҡа биҙәүестәр бигерәк матур килеп сыҡты. Ҡыҙҙарыбыҙ хәҙер шатланып һәр байрам, тантаналы линейкаларға ғорурланып милли биҙәүестәрен тағып киләләр. Мәктәбебеҙҙең башҡа кластарында ла ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре, әсәйҙәре менән теккән, кемдәрҙер Рисала ательеһында ла тектергән.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: