Все новости
Рухиәт
14 Сентября 2022, 16:32

Сәйҙәрҙең тәме

Гөлшат Байназарова, Айсыуаҡ ауылы.

Сәйҙәрҙең тәме
Сәйҙәрҙең тәме

Ауылыма ҡайтҡан һайын
Һаҡ ҡына ҡолаҡ һалам,
Урамда бер кеше осрамай
Уйланып хайран ҡалам.
Күршеһенә күрше кермәй,
Һорап хәлендә белмәй.
Хәл һорашыу – ҙур һауап,
Быны күптәр күрмәй.
Ҡайһы саҡта эт өрһә лә
Һиҫкәнеп ҡуя күңел,
Йәшәү дауамын белгертеп
Күңелгә була еңел.
Кисен булды ултырмалар
Күңел күтәрелде шатлыҡтан,
Ҡайғыларҙы уртаҡлаштыҡ
Зарланманыҡ юҡлыҡтан.
Икмәгең, үлән сәйең
Булһа әгәр табында,
Башҡа һыйҙа кәрәкмәй
Сәләмәтлек булғанда.
Их! Ғүмерҙәр үткән һайын
Йәшәйһе килә икән,
Шул сәйҙәрҙең тәмдәре,
Ауыҙҙан китмәй икән.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: