Все новости
Рухиәт
2 Октября 2022, 10:11

Кейек ҡаҙ юлдары

Күңелдәр оҡшаған яралы аҡҡошҡа.

Кейек ҡаҙ юлдары
Кейек ҡаҙ юлдары
Кисә беҙ был видеояҙманы урынлаштырған мәлдә ул былай уҡ ығы-зығы тыуҙырыр тип кем уйлаған? Егеттең иҫ киткес моңло тауышымы, йыр тексымы, әллә ул ниндәй шарттарҙа йырланыуымы донъяның аҫтын өҫкә килтерҙе. 
Лайктар йыйыуы (беҙҙең өсөн рекорд), репостар, аҫтына яҙылған фекерҙәр тураһында әйтеүе артыҡ - барығыҙға лә ҙур рәхмәт. 
Кемдер яҙҙы: ул Дүртөйлө егете түгел, Федоровка районыныҡы. Беҙҙең ҡот китте, яңғылыштыҡмы икән ни? Эҙләнеп ултыра торғас, яңғылышлыҡ юҡлығын аңланыҡ. Артур, Дүртөйлө мәҙәниәт һарайында эшләгән егет, сентябрь аҙағында Пензаға оҙатҡандар...
Рус кешеһе яҙа: ниндәй йыр был, авторы кем? Яуап бирҙек. 
КИЕК КАЗ ЮЛЛАРЫ
Филүс КАҺИРОВ.
Гөлфия ШАКИРОВА сүзләре, Гүзәлия көе.
Җаным моңнар тулы,
Әйтер сүзем калды.
Бермәлне барысы
Югалды, югалды.
Кайларда, кайларда,
Бүген син кайларда?..
Кайдан эзлим сине,
Кояшта, айларда?

Кушымта:
Киек каз юллары
Югары, югары.
Исемең кабатлап,
Саныймын йолдызларны.

Үткәннән җавапны,
Беләмен, эзлисең.
Күп нәрсә үзгәрде,
Ник шуны сизмисең?
Мин башка, син башка,
Тимә син язмышка.
Күңелләр охшаган
Яралы аккошка.
Бер генә йыр, бер йырсы, ана, ниндәй шау-шыу ҡуптарҙы! Күңелдең иң кәрәкле мәленә тап килде ахры был композиция, үҙебеҙҙән шуны әйтәбеҙ: Артур Ф. Ҡаһировты ла уҙҙырҙы ахры - был тиклем моң ҡайҙан килә бер кешегә? Йәнә лә. Йырсының ҡайҙан булыуы бик мөһимме икән, беҙҙең, әле йырҙы тыңлап илашҡандарҙың, күңелдәребеҙ яралы аҡҡошҡа оҡшағандарҙың,  теләге, доғалары тик бер: иҫән ҡайтығыҙ, егеттәр! 
Әйтер һүҙегеҙ ҙә ҡалғандыр, уландар, ҡайтҡас, әйтеп бөтөрөрһөгөҙ. 
...Кейек ҡаҙҙың юлдары нисектер, һеҙҙең юлдарығыҙ имен булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: