Рухиәт
28 Октябрь 2022, 05:25

Ҡунаҡта - радио

Кисә Кинйәабыҙ менән Яңы Мораптал ауылдары йәнләнеп алған. 

Ҡунаҡта - радиоҠунаҡта - радио
Ҡунаҡта - радио
Уларға Юлдаш радиоһы килеп төшкән. Маҡсаттары: К. Арыҫланов, Ғ. Әлмөхәмәтов музейҙарыы менән танышыу, үҙҙәренең тыңлаусыларын таныштырыу. Тәьҫораттар иҫ киткес булған, Фәнис Рахманғолов та, Алфира Ниғмәтуллина ла телгә оҫталар, тарихты ла яҡшы беләләр, музей тураһында ла, ауылдары хаҡында ла ентекле һөйләгәндәр. Тағы ла шуныһы: радионан килгән хәбәрсе ҡатын беҙҙең яҡташ, барыбыҙға ла яҡшы таныш Ялсыҡай ауылы ҡыҙы Фәһимә Мәзитова. 
Ҡыҫҡаһы, ҡалғанын радионан тыңлағыҙ, шәмбе көнө эфирҙа репортаж була. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас