Рухиәт
28 Октябрь 2022, 11:36

Урал батыр тоҡомдары

Һомай нәҫелдәре. 

Урал батыр тоҡомдарыУрал батыр тоҡомдары
Урал батыр тоҡомдары

Кисә М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында "Урал батыр" республика конкурсында еңеүсе уҡыусыларҙы бүләкләү тантанаһы ойошторолдо. Мин икеләтә ҡыуаныс кисерҙем. Беренсенән, районыбыҙҙан Яҡшымбәт мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Саттарова Айзилә "Эпосты пропагандалауы өсөн" номинацияһында еңде. Етәксеһе Абдуллина Гөлгөнә Юнир ҡыҙына ҙур рәхмәт!!! Икенсенән, улым Рахманғолов Асман, Күмертау ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге прогимназияның 4 класс уҡыусыһы, "Йәш сәсән" номинацияһында еңеү яуланы. Уны был уңыштарға өлгәштергән әсәйем Зәйнуллина Рәйлә Ноғман ҡыҙына, ярҙам ҡулы һуҙып һәм һәр ваҡыт ҡеүәтләп торған прогимназия директоры Әнисә Түләгәноваға рәхмәттәр юллайым!
Аҙаҡтан барыбыҙ ҙа "Урал батыр" спектаклен ҡараныҡ. Танылған артистар, иҫ киткес матур костюмдар, уңышлы ҡуйылған постановка, 3 D эффектлы сюжет - барыһы ла оҡшаны.

Рәмилә РАХМАНҒОЛОВА, район мәғариф бүлеге методисы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас