

Ай һылыуы, әллә таң һылыуы,
Әллә Ҡояш үҙе ҡалҡтымы?
Сәхнә тулды моңға, күңел нурға.
Шатлык менән йөҙҙәр балҡыны.
Атлап түгел, йөҙөлдөрөп кенә
Бейеүсе ҡыҙ сыҡты сәхнәгә.
Һылыулығын әйтеп аңлаталмам,
Көнләшерҙәр гөлдәр, сәскәләр.
Балитәкле күлдәк, ҡашмауҙары
Кәүҙәһенә шундай килешә.
Башҡорт милләтенең һылыуына,
Тик Ай ҡыҙы ғына тиңләшә.
Толомона үргән сәсүрмесе
Дәртле көйгә ҡушылып сылтырай.
Һөрмәле лә ҡара күҙҙәрендә
Бәхет осҡондары йылтырай.
Һәр бер хәрәкәте нәзәҡәтле,
Һиңә ҡарап - күңел һөйөнә.
Сәхнә тулып йәшлек бейеп йөрөй,
Талир тәңкәләре көйөнә.
Бейе әйҙә, ут сәсрәтеп бейе,
Сәхнә түре тулһын балҡышҡа.
Гөлләмәләр һибеп ҡул сабалар.
Һин лайыҡһың бөгөн алҡышҡа!!!