Все новости
Рухиәт
30 Октября 2022, 09:55

Бик мәслихәт

Ишетмәһәң, ишет тигән кеүегерәк яңғыраны, ысынында, был яңылыҡ. 

Бик мәслихәт
Бик мәслихәт

Тормош бит нисек бара, йәшәйбеҙме йәшәйбеҙ, ҙур таланттар ҡайҙалыр ситтә булған кеүек, беҙҙән сыҡҡаны ла күбеһенсә ситтә, йә күптән теге донъяға китеп барған. Ҡалғандары, уҙа барһа, алдынғы һауынсы йәки механизатор булараҡ ҡына танылыр кеүек. Дөрөҫ түгел икән. Зәк-Ишмәт ауылында йәшәгән, үҙе Яңы Таймаҫ гимназияһында уҡытҡан Гөлназ Әҙеһәмова, баҡһаң, оло талант эйәһе икән. Башҡортса әҫәрҙәрҙе руссаға тәржемә итә. Кемдер, әҙәбиәттән алыҫ торғаны, шул да булған һөнәр тиер, бәлки, ә беҙ – үҙебеҙ аҙмы-күпме ҡәләм тотҡан кеше – беләбеҙ: тәржемәнән дә ауыр һөнәр һирәк була. Үҙегеҙ уйлағыҙ: башҡортсаны яҡшы белергә кәрәк, руссаһын да һыу һымаҡ эсергә кәрәк. Беҙ, ябай халыҡ, руссаға бик барым булмаһа ла, аралашҡанда, юлын табабыҙ: белмәгән һүҙҙе урап үтәһең дә китәһең, бик булмаһа, ҡул һелтәп аңлатаһың. Аңлайҙар. Ә бында, яҙыу эшендә, улай булмай, бөтөн ғаләм күрә һәләтеңде, тел байлығыңды...

Материал үткән аҙна һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: