Рухиәт
3 Ноября 2022, 08:47

Ҡара һыуыҡ

Фәнир МАЛБАЕВ, Ермолаево ауылы: 

Ҡара һыуыҡҠара һыуыҡ
Ҡара һыуыҡ

Ҡара һыуыҡ ерҙә, ҡара һыуыҡ,
Ниңә яумай икән был ҡары?
Ябалаҡ та, ябалаҡ ҡарҙар яуһа…
Еремә шул кәрәк ни бары.

Яуғаны ла боталанып ята.
Ниңә ятмай икән аҡланып?
Ел, дауылһыҙ ғына ҡарҙар яуһа
Донъя ҡалыр ине пакланып.

Илем күген ҡара һыуыҡ баҫҡан,
Йән өшөткөс иҫкән елдәре.
Ил терәге булған ағайҙарҙың
Бөгөлә төшкән кеүек иңдәре.

Илем! Ерем! Ниндәй көнгә төштөң!
Ҡара һыуыҡ баҫа күңелде.
Йән өшөткөс хәлдәр килеп тыуа,
«Ахры заман» ошо түгелме!

Онотабыҙ ғөрөф-ғәҙәттәрҙе,
Әйләнәбеҙ аҡса ҡолона.
Харам аштарҙан да баш тартмайбыҙ,
Ҡул һуҙабыҙ кеше малына.

Аҡ бурандар сығып ҡар яуҙырһа,
Ерҙәр ҡалыр ине пакланып.
Ҡара һыуыҡ йән өшөтмәҫ ине,
Күңел ҡалыр ине сафланып.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас