Рухиәт
6 Ноябрь 2022, 06:08

Күңел йыуаныусы

"Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй" тигән йыр һүҙҙәре әле яуҙа йөрөгән егеттәргә генә ҡағылмай. 

Күңел йыуаныусыКүңел йыуаныусы
Күңел йыуаныусы
Башҡортостан егеттәре ситкә бигерәк күп китә - эш эҙләп. 
Түбәнге Сортым ҡасабаһында һәммәһе 20 мең кеше йәшәй икән, шуларҙың 5 меңе Башҡортостандан тисе! 
Кем әйтә, шунда эшләп йөрөгән Рәшит Бикмөхәмәтов, Көйөргәҙе районы егете (Түбәнге Сортымда яңы мәктәп һалғандар, шунда урынлашҡан). Егеткә пенсияға тиклем 4 йыл ҡалған. 
Беҙ мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙҙың ҡайҙа булһалар ҙа, йыр-моңһоҙ йөрөгәнен күргәнебеҙ булманы (йыр - юлдаш, серҙәш, яуҙаш, күңел йыуанысы), был осраҡта ла шулай. 
Яңыраҡ Түбәнге Сортымға Фирдус Тямай килгән. Эй, кинәнеүе был концертта беҙҙең халыҡтың! Тамашасы шул тиклем оҡшаған Фирдусҡа, яҙға тағын киләм тигән. 
Килһен шул, сит ерҙәрҙә туған моңһоҙ, юғиһә, бигерәк күңелһеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас