Рухиәт
6 Ноябрь 2022, 08:21

Талаш - тартыш бөтһөн ерҙə

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы. 

Талаш - тартыш бөтһөн ерҙəТалаш - тартыш бөтһөн ерҙə
Талаш - тартыш бөтһөн ерҙə

Талаш - тартыш бөтһөн ерҙə
Килһен именлек.
Бөтһөн дошман күңелендə
Үс һəм минминлек.
Ҡарайтмаһын ҡара ҡайғы
Əсə йөрəген.
Юғалтмаһын бер сабый ҙа
Атай терəген.
Тулышһын күҙҙəр йəштəргə

Төрлө йылдар, төрлө алыш,
Тик башҡорт бирешмəгəн.
Улар һəр саҡ берҙəм булған,
Тарих битенəн төшмəгəн.
Башҡортомдоң батырҙары,
Сардар, Салауат, Юлай, Атаман,
Кинйə Абыҙ, Яманһары Яппаров
Бар донъялыҡҡа дан алған.
Ғүмер буйы башҡорт ерен
Ҡурсалаған батырҙар,
Инеп ҡалғандар тарихҡа
Ошо килеш ҡалырҙар.
Немец иленə баҫып ингəс
Яуап биргəн яугирҙəр,
Үҙ өңөндə тар-мар итеп,
Еңеү менəн килгəндəр.
Башҡорт аттары менəн
Яуға сапҡан ир-егеттəр,
Яуыз дошманды еңеп
Алған миҙал-ордендар.
Миңлеғəли, Таһирҙар
Онотолмаҫ геройҙар,
Килəһе быуын өсөн
Үрнəк булып торорҙар.
Башҡорт халҡы тоғро булған
Янында йөрөткəн ҡурайын,
Атын, ҡурайын ҡəҙерлəгəн
Һаҡларға тапҡан яйын.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас