Рухиәт
8 Ноября 2022, 11:24

Яҡты уйҙар

Фотоһүрәт, ниңәлер, ҡараңғы сыҡты.

Яҡты уйҙарЯҡты уйҙар
Яҡты уйҙар
Ә бит уйҙар яҡты ине. Редакцияға Тәлғәт Шаһманов килде, саҡ ҡына ярһыуыраҡ та һымаҡ күренде үҙе. Баҡһаң, тиҙҙән Миәкә районында Тамьян ырыуы йыйыны була икән. Шуға ашҡынып йөрөүе. Беҙҙең районда Илкәнәй, Түкән, Мәмбәтҡол, Йомағужа, Бәләкәй Муса ауылдарында йәшәй был ырыу вәкилдәре. Тап ошо ауылдарҙан ылау-ылау тейәлеп барасаҡтар Миәкәгә. 25 ноябрҙә. 
- Тимур барһа шәп булыр ине, Илкәнәй егете, төҫө бар, буйы бар. Түрә. Зөлфиә лә барыр моғайын, - Тәлғәт Ғиндулла улы уйҙары менән күптән Миәкә юлында.
Ошо йомала ул Салауат ҡалаһына ла бара, әйткәндәй, ҡайтҡас, фекерҙәре менән бүлешәм тине. 
Алға ҡарап, маҡсаттар ҡороп, хыялланып йәшәргә яҙһын артабан да. Яҡты уйҙар менән. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас