Рухиәт
15 Ноябрь 2022, 07:27

Ғүмер көҙөм

Фәнир МАЛБАЕВ, Ермолаево ауылы. 

Ғүмер көҙөмҒүмер көҙөм
Ғүмер көҙөм

Ғүмер көҙөм килде, һиҙҙермәйсә,
Тауыш-тынһыҙ ғына, һаҡ ҡына.
Тик йөрәгем генә ниҙер көтә,
Өмөтләнә, һаман талпына.
Төнгө йоҡо ҡыҫҡа ғына ҡалды,
Шарт-шорт килә тубыҡ, терһәктәр.
Берәр ағзам һыҙланмайса торһам,
Аптырашта ҡалам иптәштәр.
Тормош һуҡмағынан атлай, атлай,
Тайыш табан булды аяғым.
Әҙ-мәҙ генә ашап алам тиһәм
Ауыҙымды тапмай ҡалағым.
Сәйҙәре лә хуш еҫ бөркөп тормай,
Тәмһеҙ кеүек татлы балдар ҙа.
Һандуғастары ла моңһоҙ ғына
Иртән һайрай ҡунып талдарға.
Ҡыҫҡа хәтер һаман иҫкә төшөрә
Әйтелмәгән йылы һүҙҙәрҙе,
Һөйөлмәйсә ҡалған һылыуҙарҙы,
Наҙҙар көткән нурлы йөҙҙәрҙе.
Алтын ғүмерем, ниңә шулай итеп
Ҡалдыраһың баҡыр хаҡына,
Дөпөлдәтеп типкән ярһыу йөрәк
Һиҙҙермәйсә һуға һаҡ ҡына.
Бер уйлаһаң бик алама түгел,
Бала – саға үҫкән таралған.
Астан үлеп ҡуймаһындар өсөн,
Әҙ-мәҙ пенсияһы ҡаралған.
Һыҙлаһындар әйҙә, аяҡ-ҡулдар,
Ғүмерҙәрҙе ашығып үтмәйек.
Балаларға терәк, кәрәк булып,
Ғүмер көҙөн йәмләп йәшәйек.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас