Унда Көйөргәҙе районы делегацияһы ла ҡатнашасаҡ.
Көйөргәҙе тамъяндары этнографик яҡтан Иҙел-Нөгөш тамъяндарына ҡарай. Йомағужа, Илкәнәй, Түкән, Мәмбәтҡол ауылдарында, өлөшләтә Свобода, Яңы Муса, Бәләкәй Муса, Ялсыҡай, Ермолаево ауылдарында һәм Күмертау ҡалаһында йәшәйҙәр, күпселеген, башлыса, башҡорт тарханы һәм кенәзе Шағәле Шаҡман вариҫтары тәшкил итә.
Йомағужа ауылы Мәләүез районының Иҫке Муса ауылынан бүленеп сығып, Мәләүез йылғаһы буйында урынлашҡан. Ололар һүҙе буйынса, иҫке мусалар заманында Ағиҙел буйына Белорет, Әбйәлил яҡтарынан һыу буйлап ағып төшөп, яңы ауыл нигеҙләгәндәр.
Шағәле Шаҡмандың ете улы булған: Сыуаҡай, Бураш, Буралы, Йәтсә, Сырымбәт, Аллаяр һәм Килдеяр. Йомағужа ауылының төп халҡын Бураш менән Буралы вариҫтары тәшкил итә. Хәҙерге көндә улар Абдрахманов, Әмиров, Бурасов, Исмәғилев, Мәхмүтов, Сафин, Фәисханов, Әбүбәкиров, Бакиров, Илсекәев, Исхаҡов, Ҡолоев, Саубанов, Сөләймәнов, Хафизов һәм башҡа фамилияларҙы йөрөтә.
Илкәнәй ауылы тарихи документтар буйынса 1837 йылдан алып билдәле. Ул Мәләүез йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ауылды Шағәле Шаҡман вариҫтары нигеҙләгән. Уның өс улынан таралған вариҫтары Илкәнәй ауылында бөгөн дә иҫән-һау йәшәп ята.
Һүҙҙе Сыуаҡайҙың нәҫел тармағынан башлайыҡ. Йомағужанан Илкәнәйгә күсенеүселәр араһында уның нәҫелен дауам итеүселәр ҙә булған. Вариҫтары бөгөн Рәхмәтуллин, Ейәнсурин, Ишҡолов, Камалов фамилияларын йөрөтә.
Ауылға исем биреүсенең һәм уның вариҫтарының нәҫел тармағы Шағәле Шаҡмандың икенсе улына – Бурашҡа барып тоташа. Улар хәҙерге көндә Ниәтшин, Әхтәмов, Сафаров, Иҙрисов, Ғәйфуллин, Малбаев, Әлибаев, Рамаҙанов һәм Ҡотломбәтов, ә 3-сө улынан, Буралынан, таралған нәҫел вәкилдәре Нуриев, Әхтәмов һәм Ишҡолов фамилияларын йөрөтә.
Көйөргәҙе тамъяндарының өсөнсө ауылы Түкәнгә Оло Көйөргәҙе йылғаһы буйында Шағәле Шаҡмандың Буралы исемле улынан тармаҡланған 6-сы быуын вариҫы, волость старшинаһы Түкән Балтасов нигеҙ һала. Был ауылды ҡайһы берҙә Этҡол тип тә йөрөткәндәр. Күрәһең, был исем ауылға элегерәк бирелгәндер. Түкәндең ете улы булған: Юлай, Ишбулат, Сәйетбаттал, Ғәбделкәрим, Аманбай, Амангилде һәм Ҡаҙаҡбай.
Амангилденең Ҡолмѳхәмәт исемле улынан Ҡолмѳхәмәтов фамилияһын, Ишмѳхәмәт исемле улынан Ишмѳхәмәтов фамилияһын йѳрѳтѳүсе Шағәле Шаҡман һәм Түкән Балтасов вариҫтары таралған.
Ҡаҙаҡбайҙың Сәйетбаттал исемле улынан Сәйетбатталовтар, Йософ исемле улынан Ҡаҙаҡбаевтар тармаҡланған.
Түкән ауылында тамъяндарҙан тағы Ҡотошов, Ҡорманғужин, Айсыуаҡов фамилияларын йөрөткән тамъяндар бар.
Төп Түкән ауылы бөткәс, уның эргәһендәге 2-се ферманы аҙаҡ Түкән тип йөрөтә башлағандар. Түкәндәрҙең бер өлөшө ошонда, бер өлөшө Свободаға күсенгән.
Мәмбәтҡол - ауылы Ағиҙелдең уң яҡ ярында урынлашҡан тамъяндар ауылы.
Уның тарихы хәҙерге Мәләүез районы биләмәһендәге Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан элекке Һәйет ауылы менән бәйле. Ул 1795 йылғы V ревизия алдынан барлыҡҡа килеп, 9 йортта 54 кеше йәшәгән. Һәйет ауылының исеме 1740 йылда, сираттағы башҡорт яуы ваҡытында, үс алыусылар – карателдәр тарафынан язаланған ихтилалсы Һәйет Алдағолов исеме менән бәйле. Аҙаҡ ауыл уның улы Мостафа Һәйетов исемен йөрөткән. Күрәһең, Ҡараһаҡал яуынан һуң карателдәр был ауылды яндырған: бѳгѳн ул юҡ. Ә халҡы бүтән ауылдарға күсенгән. Мостафа Һәйетовтың улы Мәмбәтҡол Мостафин яндырылған ауылдың ҡалған кешеләре менән 1790 йылдар тирәһендә Ағиҙел бѳгѳлѳндәге Кѳнгәк тауы янында Мәмбәтҡол ауылын нигеҙләй. Мәмбәтҡолдың ѳс улы булған: Рахманғол, Зәбир һәм Хоҙайғол. Хәҙерге көндә ауылдың төп халҡын уларҙан таралған нәҫел тәшкил итә. Бында башҡа тамъяндар ҙа бар, мәҫәлән, сирмеш араһы. Шулай уҡ Илкәнәй ауылынан күсеп килгән тамъяндар йәшәй.
Яңы Муса ауылын Мәләүез районының Иҫке Муса ауылынан күсеп сыҡҡан тамъяндар нигеҙләгән. Һуңынан бында мишәрҙәр килеп ултырған һәм хәҙерге көндә күпселекте тәшкил итәләр. Тамъяндар, Яңы Мусанан бүленеп сығып, Бәләкәй Муса ауылын нигеҙләй. Шағәле Шаҡмандың Сыуаҡай атлы улынан Тижадәүләт исемле улы тыуған. Хәҙерге көндә Яңы Муса, Бәләкәй Муса ауылдарында йәшәүсе Кәримовтар ошо нәҫел араһынан.
Тамъяндарҙың бер аҙ өлөшө Свобода, Ялсыҡай, Ермолаево ауылдарында йәшәй. Мәҫәлән, Ялсыҡайҙа Әлибаевтар; Свободала Сәйетбатталовтар, Ҡаҙаҡбаевтар, Ҡолмөхәмәтовтар, Ишмөхәмәтовтар.
Көйөргәҙе тамъяндары араһынан сыҡҡан билдәле шәхестәр күп. Яңы Муса ауылында тыуып, Илкәнәйҙә йәшәгән һәм шунда ерләнгән Ғиләжетдин хәҙрәттең исеме күптәргә яҡшы билдәле. Көйөргәҙе тамъяндары араһынан яҙыусылар Тимер Ниәтшин, Марс Нуриев, журналист Сәйфулла Әмиров, полковник, эске эштәр органдарында эшләгән Фәнир Малбаев, республика кимәлендә үҙен һәләтле етәксе, ойоштороусы итеп танытҡан, ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн дәүләт наградаларына эйә булған Рәсүл Мәхмүтов, иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ҡаҙаҡбаев, медицина фәндәре кандидаты Әмир Ҡаҙаҡбаев, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Көйөргәҙе районының почетлы гражданы Мирғәлим Ишмөхәмәтов, математика фәндәре кандидаты Зөфәр Камалов, судья Фәрит Сафаров, милиция подполковнигы Рәсил Ҡотломбәтов, эшҡыуар Айҙар Исхаҡов, Башҡортостан Мәғариф министрлығының маҡтаулы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының «III дәрәжә Хеҙмәт даны» билдәһе менән бүләкләнгән Флүрә Бакирова, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Мөнирә Ағзамова, Көйөргәҙе районы Хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҙары – безнис-шерифы Тимур Иҙрисов һәм башҡа күптәр бар.
Шулай итеп, тарихи юлын бик боронғо осорҙан башлаған Көйөргәҙе тамъяндары бөгөнгәсә килеп еткән һәм иҫән-аман йәшәүен дауам итә.
Хәҙерге көндә башҡорт этносының яңы осоро: милләттәштәребеҙҙең ауылдан ҡалаға күсеү, урбанизация процесына йәлеп ителеүе күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта ҡала яны ауылдарында йәшәү ҡаланың үҙендә йәшәүгә ҡарағанда хәҙер күпкә отошло. Был йәһәттән үрҙә телгә алынған Иҙел-Нөгөш тамъяндары ауылдарының барыһы ла тиерлек ҡала яны ауылдары булып иҫәпләнә. Ошондай географик уңайлылыҡты ҡулдан ысҡындырмаһаҡ, тыуған тупрағыбыҙҙан айырылмаһаҡ ине, ырыуҙаштар. Бының өсөн, йәғни Көйөргәҙе тамъяндары ауылдары ер биләмәләрен халыҡ ҡулында һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу өсөн шәхси эшҡыуарлыҡ хужалыҡтары төҙөп, ауылды үҫтереүгә йүнәлтелгән Дәүләт программаларында, Гранттарҙа әүҙем ҡатнашыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға тейешбеҙ. Ауыл ерендә шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе тиҙләтеү һәм уның сифатын арттырыу маҡсатында ауыл халҡы өсөн дәүләт тарафынан эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәтеү буйынса махсус уҡытыуҙар ойоштороуҙы яйға һалыуҙы ойоштороу кәрәк. Был маҡсаттарға ирешеү өсөн ырыуҙаштарыбыҙға, бигерәк тә йәш быуын тамъяндарына башҡорт тарихын, телен, мәҙәниәтен, дини, рухи ҡиммәттәрен пропагандалау, йәш быуында милли рух, илһөйәрлек, әҙәп, белемгә һәм ғилемгә һөйөү тәрбиәләү тәү бурысыбыҙ булырға тейеш.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ
Фотоларҙа: Илкәнәй ауылында Йыйынға барыусы делегаттар һайланды, концерт ҡаранылар.