Рухиәт
21 Ноябрь 2022, 06:59

"Төньяҡ амурҙары"на һәйкәл

Ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Юлдыбаев төрлө райондарҙа күп йөрөй, Күгәрсен районының бер ауылында ошондай стелла күреп ҡайтҡан да, үҙебеҙҙең ауылға эшләп ҡуяйыҡ тип тәҡдим итте. 

"Төньяҡ амурҙары"на һәйкәл"Төньяҡ амурҙары"на һәйкәл
"Төньяҡ амурҙары"на һәйкәл

Беҙ барыбыҙҙа был идеяны күтәреп алдыҡ. Сәғит менән Рәмилә Солтангәревтар Күгәрсен районына барып, тап шул стелланы фотоға төшөрөп алып ҡайтты. Тик беҙ яҡташыбыҙ Өлфәт Ҡобағошовҡа кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән инек, ул: "Үҙегеҙ уйлап сығарып яһағыҙ, уларҙыҡын ҡабатламағыҙ",- тип кәңәш итте. Ауылыбыҙҙа ҙур ярҙам күрһәтерлек бағымсылар юҡ, шуға күрә барлыҡ эштәрҙе зыяратта һалынған хәйер аҡсаларна эшләтәбеҙ, был юлы ла шулай иттек, йыйылған аҡсаларға, иҫәнлек-һаулыҡ өсөн тип, өҫтәп хәйер биреүселәр табылды. Кәрәк тимерҙәрҙе алып, стелланы яһай ҙа башланыҡ. Ниндәй ярҙам кәрәкһә лә ауылдаш егеттәрҙе саҡырҙыҡ, рәхмәт уларға, бер ҙә баш тартмай ярҙам иттеләр, иретеп-йәбештереү эштәрен оҫта ҡуллы егеттәребеҙ Илдар Юлҡотлин һәм Азамат Хәбиев башҡарҙылар. 

Салауат Солтангәрәев, Таймаҫ ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе

Салауат Муса улының хаты тулы килеш үткән һанда баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас