Юшатыр
-28 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Рухиәт
24 Ноября , 08:14

Лицейҙа әҙәбиәт байрамы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡтыусыһы Азат Насретдин улы - үҙе бер хазина инде ул. 

Лицейҙа әҙәбиәт байрамы
Лицейҙа әҙәбиәт байрамы

Үҙе яҙыусы, уҡытыусы, әҙәбиәт белгесе, википедист, дин белгесе.... Бөгөн уның тырышлығы менән лицейҙа әҙәбиәт байрамы уҙғарылды. Был сараға Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы шағирҙары саҡырылды. Тимерйән Ниәтшин, Рима Арыҫланова, Сулпан Миңлебаева һәм Гөлназ Искәндәриә.
Сара алтынсы кластар менән үтте. Балалар яҙыусыларҙы ҡыуанып ҡаршы алды. Ҡунаҡтар үҙҙәренең шиғри күстәнәстәрен алып килгән. Балалыҡ хәтирәләрен һөйләнеләр. Уҡыусылар музыка уҡытыусыһы Йәмил Заһретдин улы менән берлектә бик матур концерт әҙерләгән.
Беҙҙең лицей политехник йүнәлештә булғас, өҫтөнлөк техник фәндәргә күберәк бүленә. Шуға ла был сара бик ваҡытлы һәм файҙалы булды. Сарала иң беренсе рух төшөнсәһе торҙо. Кемде генә алһаҡ та, инженермы ул, програмистмы, әллә табипмы, авиятөҙөүсеме, әлбиттә рухһыҙ булмай.
Иң беренсе рух тороға тейеш, - тине әҙип, аҡһаҡал Тимерйән Ниәтшин. Аҙаҡтан балалар әҙиптәргә түңәрәк етәкселәре Айгөл Илдус ҡыҙы һәм Минегөл Рәфҡәт ҡыҙы менән берлектә эшләгән үҙ ҡулдары менән яһаған сувенирҙар бүләк иттеләр. Иҫтәлеккә фотоға төштөләр
Директорҙың уҡытыу һәм тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гөлнара Әминова.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в