Бигерәк тә Әхәт Ҡотлоәхмәтов. Район башлығы ине бит ул, Көйөргәҙелә елгә һелкенгән бер үлән дә уның иғтибарынан төшөп ҡалманы, буғай.
Насарыраҡ, күңеленә хуш килмәгән күренеште күрҙеме, әрләр булды: ниңә тегеһе былай түгел, быныһы тегеләй түгел? Хатта, берәй сараға әрпешерәк кейенеп барып булмай, күреп ҡалып, шелтәләр ине. Яғаң сығып тора, ҡайһылыр ерең сосрап тора - райондың йөҙө уның юлдарында, урамдарында ғына сағылмай, халыҡтың үҙен нисек тотошо, кейенеүе лә мөһим - культура.
Ғәҙәт кешегә бер килдеме, ул ғүмерлеккә ҡала. Ҡотлоәхмәтовтар әле лә шулайҙар, район тормошо менән бергә йәшәйҙәр, яҙмыштары уртаҡ.
Әле, ятһаң да, торһаң да, мейенән китмәгән уй - яуҙа йөрөгән егеттәр. Беҙҙекеләр. Билдәле, бындай осраҡта Әхәт Йәүҙәт улы менән Минзиә Зиннур ҡыҙы өйҙәрендә тыныс ҡына ултырып түҙә алмай. Яңы йылға күстәнәс әҙерләгәндәр. Егеттәргә. Минзиә апайҙың белмәгән һөнәре юҡ, бигерәк тә, ҡайнатмаһы шәп килеп сыға, әллә нисә банка тултырып, еләк, ҡарағат, сейә ҡайнатмаһы әҙерләгән. Тегендә, алыҫ ерҙәрҙә, тыуған яҡ еләктәренән яһалған вәренйә менән сәй эсһендәр, ҡышҡы һыуыҡта тәндәре йылынһын, йәндәре лә өшөмәһен.
Амин, шулай булһын. Төп теләк былай: егеттәр тиҙерәк ҡайтһын да, өйҙәрендә сәй эсһен.