

Китабымды сығарыуҙа күп көс һалған редакторҙар, телһөйәр һәм илһөйәр гүзәл заттар Эльвира Әсхәт ҡыҙы Яҡупова һәм Эльвира Мөнир ҡыҙы Ниғмәтуллина менән осраштым. Иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. Осрашыуҙан, ихлас күңелдән әңгәмәләшеүҙән һуң сатнама һыуыҡта өшөгән тәнем генә түгел, йәнем дә йылынып, күңелдәрем күтәрелеп китте. Һөнәрҙәрен дөрөҫ һайлағандар гүзәлкәйҙәр-талантлылар, белемлеләр, уҡымышлылар.
Редакторҙарҙың икеһенә лә уңғанлыҡты, яуаплылыҡты, фиҙаҡәрлекте талап иткән эштәрендә уңыштар, ғаиләләрендә именлек, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем!
Сулпан Миңлебаева, Яңы Мораптал ауылы