

Тонйорап ҡына аға Һаҡмар һыуы.
Йылҡы төшә кисен һыулауға.
Йыр йырлаһам күңел һағыштары
Ағып китмәҫ микән һыуҙарға.
Шәмәк тауым башы, гәүһәр ташы.
Иҫтәлеккә төйнәп алайым.
Танһыҡтарым ҡаныр,
Ғәзиз Ер-һыуымды
Моңло көйҙәремә һалайым.
Килен булып төшкән ялан яғы
Үҙһенерме икән ят моңдо,
Толҡа табалмайым... әллә үҙем,
Әллә тыуған яғым ятһынды...
Тыуған ерҙән ғүмер ситтә уҙһа
Ят итәме күреп- сит бауыр.
Ситкә тибәр булһаң бер балаңды
Йөрәгемә минең ҡан һауыр.
Тәҡдир тигәндәре яҙмыштарҙы үҙе теләгәнсә көйләйҙер.
Маңлайыңа яҙылғанын күрмәй, күрәсәктән уҙып булмайҙыр.