Йыл аҙағы бит, йомғаҡ яһар, эштәрҙе барлар мәл. Ә беҙҙең йыл дауамында башҡарғандарыбыҙ бихисап, һанап та бөтөрлөк түгел. Әлбиттә, был осраҡта быйыл Башҡорт мәҙәниәте йылы булғанын онотмайҙар, бөгөн беҙҙең интеллигенция вәкилдәре, ҡоролтай ағзалары башҡалала, ошо йылға нөктә ҡуйып йөрөй.
Әле уларҙан, юҡ-бар һорашып, бимазаларға батырсылыҡ итмәнек - мөһим эш менән йөрөйҙәр, кисен спектакль да күрһәтәсәктәр уларға, ҡайтҡас, үҙҙәре түкмәй-сәсмәй барыһын үҙҙәре һөйләр.