Рухиәт
16 Декабря 2022, 02:35

Байлыҡ

Әл дә был конкурсты уйлап тапҡандар.

БайлыҡБайлыҡ
Байлыҡ
Юҡһа, былай уҡ бай йәшәгәнебеҙҙе белмәҫ тә, күрмәҫ тә инек. 
"Айыҡ ауыл" конкурсын шулай маҡтайбыҙ. Унда барып, ауылдың төҙөклөгөн, кешеләрҙең мул йәшәүен, урамда береһенең дә "һалмыш" йөрөмәгәнен күреү бер, икенсеһе, бәлки, мөһимерәгелер: халыҡтың күңел байлығын күреп, иҫең китә. 
Кисәге Көйөргәҙе районы Павловка ауылындағы сара ошо әйткәндәргә йәнә бер дәлил булды. Тамаша ике телдә алып барылды. Бөтәһе лә башҡортсаһын да, сыуашсаһын да, тәржемәсеһеҙ аңлай, йыр-бейеүҙәр менән дә шулай уҡ, ниндәй халыҡтыҡы булмаһын, барыһы ла йәнгә яҡын, ҡулдар үҙҙәренән үҙҙәре сәпәкәй итә башлай. 
Шәжәрәләре тураһында бәйән иттеләр: сыуаш Леонтьевтар, башҡорт Хәсәновтар.

Юбилейҙарын билдәләгән 4 ғаиләне ҡотланылар. Аҙаҡ фотоға төштөләр. Быуаттар үтер, әллә күпме һыуҙар ағыр, беҙ булмаҫбыҙ, ә меңәр йылдан һуң тыуған кешеләр, әлеге фотоларға ҡарап, таң ҡалыр: ҡалай бай йәшәгән ата-бабалар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас