

Әһәмиәтле сараларҙы ойоштороуҙа, үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаныбыҙ, ҡалабыҙҙа башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу эшенә ҙур өлөш индергәнебеҙ өсөн беҙ өсөнсө урынға лайыҡ булдыҡ. Республикабыҙҙың бик күп ҡалалары араһында өсөнсө урынға лайыҡ булыу беҙҙең өсөн бик ҙур ҡыуаныс һәм ҙур ғорурлыҡ булды. Был йыл тамамланды тип эшебеҙҙе ташлап ҡуймаҫбыҙ, артабан да ҡалабыҙҙа башҡорт телен, мираҫын үҫтереү эшендә ныҡлы эшләргә тырышырбыҙ, - тип, ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова.
Материал тулы килеш гәзиттә кисә баҫылды.