Болоттарға, ҡояшҡа, йондоҙҙарға.... Һәм, әлбиттә, юғарыла осҡан ҡоштарға. Ҡарайбыҙ ғына түгел, уларға өндәшәбеҙ ҙә, ҡай саҡ, ҡоштар әҙәм балаһына ҡарағанда һине яҡшыраҡ аңлай төҫлө.
Кисә Илкәнәй халыҡ театры ла ҡоштарға өндәшкән "Китмәгеҙ, торналар". Кемдәр был әҫәр менән таныш (Т. Ғарипова), шулар әйтер: үҙҙәре эскелеккә ҡаршы көрәшеп йөрөй, спектаклде лә ошо сараға арнап ҡуйғандар, ә бит ул эскесе ҡатын тураһында. Шулай шул. Донъя ҡаралы-аҡлы ғына булмай, эскән кешенең дә ҡай саҡ, эсенә инеп, ниңә улай тигән һорауға яуап эҙләргә, үҙендә ышаныс табырға, йәшәү көсө бирергә тырышырға кәрәк. Бисара күктәргә, ҡоштарға ғына түгел, ә бәндәләргә лә ышанһын өсөн.
Был турала - киләһе һанда.