Все новости
Рухиәт
23 Декабря 2022, 08:05

"Өйрәтегеҙ әле"

Таймаҫтарҙың белмәгән һөнәре юҡ. 

"Өйрәтегеҙ әле"
"Өйрәтегеҙ әле"
Быны кисә улар барса йәмәғәткә йәнә бер ҡат иҫбат итте.
"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша улар, шуға әле бар ғәмдәре ошо турала - нисек тә еңеп сығырға ине. Клуб фойеһында райондан килгән (көн алама тип тормағандар, рәхмәт) жюри ағзаларына кемдең кем икәнен күрһәтеп торҙолар, тегеләр бот сапты - шәпһегеҙ, маладистан башҡа һүҙ юҡ. Сәхнәлә уйналған "Тиҙәк баҫыу" йолаһын күргәйнеләр, бөтөнләй телһеҙ ҡалдылар - күптәре бындай йола бар икәнен белмәй ҙә ине. Белһә лә, нимәһе бар уның, бының өсөн әллә ни оҫталыҡ кәрәкмәй, баҫ та йөрө тип уйлап ултыра ине.  Улай түгел икән шул. Тиҙәк баҫыу - Таймаҫ ауылы халҡы өсөн күңелдәренә ныҡ яҡын йола, дала башҡорттары ла һуң улар. Ҡәһәрле һуғыш йылдарын иҫкә алһаҡ та, ошо тиҙәк ҡотҡарҙы уларҙы, һыуыҡ ҡыштарҙа өшөтмәне, кем һиңә ул саҡта, әлегеләй, утын әҙерләп, өйөңә килтереп ауҙарһын.
Тиҙәк, мейескә яғыуҙан тыш, бик һәйбәт төҙөлөш материалы ла. Унан сифатлы кирбес килеп сыҡһын өсөн, дөрөҫ итеп, эштең рәтен белеп баҫырға, киптерергә кәрәк. Ә таймаҫтарҙың кирбестәре шундай килеп сыға, бер йорт һалып ултырттымы, был йорт ейәндәрең йәшәр ғүмергә лә етә. 
Ошо үҙегеҙ баҫҡан кирбестәр шикелле, һаулығығыҙ ныҡ булып, һөҙөмтәле итеп конкурста ҡатнашып, еңеп сығырға булһын, таймаҫтар. Кем белә, аҙаҡ һеҙгә килеп, тиҙәк баҫырға өйрәтегеҙ әле тип тә йөрөүҙәре бар -  магазиндағы төҙөлөш материалды янына яҡын барырлыҡ түгел, юғиһә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: