Все новости
Рухиәт
12 Января 2023, 15:30

Алтын ҡулдары талмай

- Нурия апайға килгән һайын уның яңынан-яңы булдырылған иҫ китмәле ҡул эштәренә һоҡланам.  

Алтын ҡулдары талмай
Алтын ҡулдары талмай

Беҙҙең өсөн сүп булып һаналған юҡ ҡына әйберҙәрҙән шулай күҙҙең яуын алырҙай матурлыҡты булдырыуына таң ҡалам. Һөҙөмтәлә, һоҡландырғыс матур һүрәт килеп сыға. Ул төймә, өҙөлгән мәрйен, алҡа һыңарҙарынан төрлө биҙәктәр яһап, картиналарын рамкаларға ҡуя. Бер һүҙ менән әйткәндә, уның мауығыуҙары тураһында һөйләп бөтөрлөк түгел. Улар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уларҙың һәр ҡайһыһы өлкәндәргә лә, балалар өсөн дә һәйбәт бүләк була ала, - ти уның хаҡында ауылдашы Лилиә Ғәббәсова.
Уйлап ҡараһаң ябай материалдар, ә ниндәй матур һәм ҡыҙыҡлы картиналар килеп сыға! Бихисап аллы-гөллө туҡыма киҫәксәләренән дә төрлө япмалар, кухня кәрәк-яраҡтары ла тегергә оҫта Нурия ханым. Уның күңел һалып ижад иткән әйберҙәре ғәжәйеп матурҙар. Уларҙың матурлығын әйтеп аңлатыу мөмкин түгел, уларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк.
Уңған гүзәл-зат ил һағына киткән егеттәргә лә ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләп ебәргән. Ул ҡул эше оҫтаһы ғына түгел, ә күңел түренән сыҡҡандарҙы шиғыр итеп тә теҙәүергә ваҡыт таба. Шундай матурлыҡты күңеле матур, сабыр, түҙемле кеше генә эшләй ала.
Нурия апай, һеҙҙең ижадығыҙ үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ғына түгел, башҡаларҙы ла һөйөндөрһөн.

Кинйәбай ауылында йәшәүсе Нурия Кинйәбаева хаҡында материал гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: